+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль 2019, 18:52

Матур булыу өсөн аспирин да етә

Эҫе ҡояшлы йәйҙә лә, һалҡын елле ҡышта ла бит тиреһе өсөн айырым тәрбиә кәрәк.

Эҫе ҡояшлы йәйҙә лә, һалҡын елле ҡышта ла бит тиреһе өсөн айырым тәрбиә кәрәк. Әммә был артыҡ сығымдар талап итмәй. Мәҫәлән, ҡара нөктәләрҙе бөтөрөү, тирене таҙартыу өсөн ябай дарыу төймәһе һәм бер ҡалаҡ бал да етә.
Тәүҙә аспирин төймәһен бәләкәй һауытҡа һалып, 1-2 тамсы йылы һыу тамыҙып иҙергә лә, уға бал ҡушып яҡшылап бутарға. Был массаны биткә һөртөп, 10 минут тирәһе тоторға. Бармаҡтар менән йомшаҡ ҡына итеп ышҡып алырға ла була. Йылымыс һыу менән йыуып алғас, ябай крем һөртөргә.
Был ысулды аҙанаһына бер тапҡыр ҡулланып торғанда ғына һөҙөмтә буласаҡ.
Читайте нас: