+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль 2019, 16:42

Ялдарҙа Башҡортостан халҡын +39 градусҡаса эҫелек, киҫкен ел һәм йәшенле ямғырҙар көтә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы республикала йәшәүселәрҙе хәүефле тәбиғәт күренеше тураһында иҫкәртә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы республикала йәшәүселәрҙе хәүефле тәбиғәт күренеше тураһында иҫкәртә. 13 июлдә көндөҙ төбәктең көньяҡ-көнсығышында +39 градусҡа тиклем еткән эҫелек көтөлә. Йәшенләп ямғыр яуасаҡ, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етәсәк.
Синоптиктар әйтеүенсә, республикала аяҙлы-болотло көн торошо көтөлә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, төньяҡ-көнбайышта ҡойма ямғырҙар яуһа, көньяҡ-көнсығышта яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ ҡайһы бер урындарҙа боҙ борсағы яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫәсәк. Температура төндә +16,+21 градус, көндөҙ +24,+29, республиканың көньяҡ-көнсығышында +34,+39.
Автомобиль юлдарының айырым урындарында төндә һәм иртәнсәк томан төшәсәк. Күреү мөмкинлеге — 500 метр һәм унан кәмерәк.
Читайте нас: