+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2019, 11:19

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Шишмә районында булды

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың Шишмә районына эш сәфәре социаль торлаҡты – Шишмә ҡасабаһының Үҙәк урамы, 22 адресы буйынса урынлашҡан ике күп фатирлы йортто ҡарауҙан башланды.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың Шишмә районына эш сәфәре социаль торлаҡты – Шишмә ҡасабаһының Үҙәк урамы, 22 адресы буйынса урынлашҡан ике күп фатирлы йортто ҡарауҙан башланды.
Уларҙың һәр ҡайһыһында 96-шар фатир. Берәүһе 2018 йылдың ноябрендә сафҡа индерелгән. Унда 17 етем һәм бер сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән бала фатир алған. Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды генераль директоры урынбаҫары Виктор Рассейкин был йортта бөгөнгө көнгә 30-лаған фатир тапшырылмаған тип һөйләне.
Төп сәбәп – теләүселәр юҡ. Уның һүҙҙәренсә, ул һуңғы йылдарҙа фондтың Шишмәлә әүҙем социаль торлаҡ төҙөлөш алып барыуы һәм түләргә һәләтле льготаға эйә граждандарҙың фатирлы булыуы менән бәйле.
Шишмә районы хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтов билдәләүенсә, планға ярашлы ошо биҫтәлә һигеҙ йорт төҙөү күҙаллана. Икенсе йорт файҙаланыуға тапшырырға әҙер тиерлек, әммә төҙөлөш социаль торлаҡты ғәмәлгә ашырыуҙағы ҡатмарлыҡтар сәбәпле әлегә туҡтатылған.
Муниципалитет башлығы әйтеүенсә, әлеге ҡаршылыҡтар ҡануниәт буйынса социаль торлаҡ алыуға дәғүә итә алғандарҙы сикләү йәһәтендә тора.
«Беҙ мәсьәләне льготалы программа буйынса торлаҡ алыуға хоҡуҡлы граждандар категорияһын киңәйтеү, асылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре категорияһына, мәҫәлән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа мохтажлыҡҡа талаптар ҡуймай медицина хеҙмәткәрҙәрен йәки уҡытыусыларҙы индереү юлы менән хәл итергә була тип иҫәпләйбеҙ», — тип билдәләне Флүр Уразмәтов.
Был йорттарҙа фатирҙың бер квадрат метры баҙар хаҡынан ике тапҡырға осһоҙ — уртаса 33 мең һумға һатыла.
Радий Хәбиров проблеманы муниципалитет һәм төҙөүсе вәкилдәрен саҡырып, «Төҙөлөш сәғәте»ндә тикшерергә тәҡдим итте.
Читайте нас: