+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2019, 11:16

Башҡортостанда 39 пассажиры менән автобус түңкәрелгән

Башҡортостанда 14 июлдә киске сәғәт ундарҙа республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына 39 пассажиры менән King Long XMQ автобусы түңкәрелеүе тураһында мәғлүмәт килә. Һәләкәт Өфө-Инйәр-Белорет юлының 54-се саҡрымында булған.

Ваҡиға урынында ашығыс хеҙмәттәр эшләй, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында.
«Төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының кризис хәлдәрҙә идара итеү үҙәгенә Архангел районының Ирныҡшы ауылы эргәһендә автобус түңкәрелгән тигән хәбәр килә. Зыян күреүселәр бар. Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, медицина хеҙмәткәрҙәре, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы эшләй. Мәғлүмәт асыҡлауҙы талап итә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығында оператив штаб ойошторолған. Хәл контролгә алынған», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, биш кеше һәләк булыуы һәм бишәүҙе зыян күреүе тураһында мәғлүмәт бар. Социаль селтәрҙәрҙә автобуста Татарстан туристары булған тип хәбәр итәләр.
Читайте нас: