Ғәҙеллек эҙләп. Республикала химик эшкәртеү арҡаһында зыян күргән умарта хужалыҡтарында тикшереү эштәре үткәрелә. Стәрлетамаҡ районы «Дуҫлыҡ» хужалығы баҫыуҙарын химик эшкәртеү эҙемтәләрен Республика тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы һәм ауыл хужалығын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы белгестәре тикшерҙе. Умартасыларға килгән зыян күләменә БСТ каналы хәбәрсеһе Азамат Бирғәлин шаһит булды.
Бал һурҙырырға әҙерләнер урынға умартасылар юғалтыуҙарҙы иҫәпләй. Барыһына ла рапс баҫыуҙарында үткән химик утау ғәйепле, ти улар. Ҡулланылған ағыу бөтә тереклекте ағыулай. Умартасылар әле ғәҙеллек талап итә. Башҡортостанда башҡорт бал ҡортона тотошлайы менән юҡҡа сығыу хәүефе янай тип хафалана улар.
Умартасылар рапс баҫыуҙарын киңәйтеү тағы ла ҙурыраҡ фажиғәғә килтереүе лә ихтимал тигән ҡарашта. Был үҫемлектең ҡоротҡостары ағыуға тиҙ күнегә, химик матдә иһә башҡа бөжәктәргә тәьҫир итә ти улар. Төбәктә өйгә килгән терпеләр һәм ҡоштарҙың үлгән бал ҡорттарын ашап ағыуланыу осраҡтары теркәлгән.
2021 йылда Башҡортостан халыҡ-ара умартасылар конгрессын ҡабул итә. Апимондия алдынан бал ҡорттарын ҡырыу башҡа һыймаҫлыҡ хәл тип билдәләй умартасылар. Шуға ла улар ғәҙеллек юллап прокуратураға мөрәжәғәт иткән.
Федераль закон буйынса, химик утау алдынан умартасылар кәмендә 5 көн алдан иҫкәртелергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа, ауыл эшсәндәре был ҡағиҙәне инҡар иткән. Күп һанлы мөрәжәғәттәрҙән сығып Стәрлетамаҡ районы «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы предприятиеһында тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы менән ауыл хужалығын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы белгестәре тикшереү үткәрҙе.
Александр Бражников «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе: “Препраттарға килгәндә, беҙ тикшерелгәндәрен генә ҡулланабыҙ. Икенселәр беҙҙә юҡ. Химик эшкәртеүҙәрең икенсе тулҡыны үтәсәк, барыһыла яҡшы булыр тигән өмөттә ҡалабыҙ”.
Ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе умартасыларға ярҙамға килергә әҙер булыуын да билдәләне. Ул күстәрҙе рапс баҫыуҙарынан алыҫыраҡ, хәүефһеҙ урынға күсереү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Тикшереүгә килгәндә әлегә уның һөҙөмтәләре билдәһеҙ, умартасыларға икенсе тулҡын химик утауға әҙерләнергә ҡала.