Ошо айҙан бер йылға тиклем бирелгән займдар буйынса проценттар һәм штрафтар ике тапҡырҙан арта алмай. Әгәр һеҙ банктан йәки микрофинанслау ойошмаһынан 10 мең һум алһағыҙ, күп тигәндә 30 мең һум ҡайтарасаҡһығыҙ. Уның 10 меңе – бурыс күләме, 20 меңе - проценттар. Киләһе йылдан займ буйынса проценттар 1,5 тапҡырҙан артырға тейеш түгел.