-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июль 2019, 13:53

Балаларға – автокресло

Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре балаларҙы йөрөткәндә ҡағиҙәләрҙе боҙған водителдәрҙе асыҡланы.

Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре балаларҙы йөрөткәндә ҡағиҙәләрҙе боҙған водителдәрҙе асыҡланы. Рейд барышында 10 машина туҡтатылды. Уларҙың береһендә генә баланың дөрөҫ йөрөтөлмәүе билдәләнде.
Юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, ата-әсәләр хәүефһеҙлек мәсьәләһенә иғтибарлы була башлаған. Был фекер менән водитель Светлана ла килешә.
Балалар креслоһы арзан тормай. Әммә ул именлек өсөн мөһим, ти Светлана.
Автоинспектор Линар Зиннуров балаларҙы автомобилдә йөрөтөү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, быйыл республика юлдарында 9 бала һәләк булған.
Читайте нас: