Төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Кризис хәлдәрҙә идара итеү үҙәгенә 15 июлдә кисен көслө ел сәбәпле Яңауыл районының Мәсәғүт ауыл советы ҡарамағындағы Тау һәм Түбәнге Сат тораҡ пункттарында шәхси хужалыҡтарҙың ҡыйығы емерелеүе тураһында хәбәр килә.
Ваҡиға урынына «Башҡортостан буйынса Федераль янғын һүндереү хеҙмәтенең 26-сы отряды» көстәре һәм саралары йүнәлтелә. Тауҙа һигеҙ йорттоң һәм 16 йорт-ҡаралтының ҡыйығы зыян күргән. Түбәнге Сатта 15 йорттоң һәм 20 йорт-ҡаралтыһының өлөшләтә ҡыйығы емерелгән. Күбеһенсә шифер биттәре ватылған.
«Һәләк булғандар һәм зыян күреүселәр юҡ. Яңауыл районы ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комисияһының күсмә ултырышы үтте», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.
Хәл республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Мәсәғүт ауыл советы хакимиәте контролендә ҡала.