«Башинформ» агентлығы Өфөлә йәшәүселәрҙең аҡса уйынында еңеүҙәре тураһында быға тиклем дә хәбәр иткәйне. Быйыл июнь айында бер ир 1 миллион һум отто. Март айында ла бер ир 4 миллионға байыны. Февралдә иһә Башҡортостанда йәшәүсе кеше төрлө уйындарҙа өс билет һатып алып, 17,6 млн һум еңде. Баш ҡалала йәшәгән ирҙең 120 һумға билет алып, 2,6 миллион һум отҡаны хаҡында ла билдәле.