Башҡортстандың иң яҡшы биш мәктәбе Рәсәй Фәндәр академияһының база мәктәбе сертификатын алды. Сентябрҙән улар яңы статуста эшләй башлаясаҡ. Был Өфө ҡалаһының 64-се, Өфө дәүләт нефть-технк университетының М.Н. Пинский исемендәге 83-сө инженерия лицейы, 93-сө физика-математика лицейы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһы, Нефтекама ҡалаһының 1-се лицейы. Рәсәй Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының уртаҡ проектында илдең 32 субъектынан 108 мәктәп ҡатнашты. Проект Рәсәй Президенты В.В. Путин тарафынан киң яҡлау тапты.