Август айында Башҡортостан халҡын Ҡорбан байрамы хөрмәтенә өҫтәмә ял көнө көтә.
Быйыл Ҡорбан байрамы йәкшәмбе 11 авгусҡа тура килә. Өҫтәмә ял көнө дүшәмбе 12 авгусҡа күсерелә, ә ул өс көн рәттән – 10, 11 һәм 12 август ял итеү мөмкинлеген аңлата.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2019 йылда Башҡортостан халҡын 121 эшләмәгән ял көнө көтә.
Ҡорбан байрамынан һуң 11 октябрь – Республика көнө килә, быйыл ул йомаға тап килә. Августағы кеүек, Башҡортостан халҡы өс көн рәттән: 11, 12 һәм 13 октябрь ял итә ала.