Баш ҡалала урынлашҡан Көньяҡ Урал Ботаник баҡса-институты хеҙмәткәрҙәре вандаллыҡ осрағы тураһында хәбәр итте.
«Баҡсаға килеүсе ҡатын беҙҙең коллекцияларҙағы күп кенә үҫемлектәрҙең ботаҡ-сәскәләрен варварҙарса һындырған», — тип белдерҙе учреждениеның өлкән хеҙмәткәре Надежда Рязанова.
«Өлкән кешеләр беҙгә кәсепкә кеүек оло сумкалар йөкмәп килгәндәр. Улар клумбаларҙы тапаған, тыйылған урындарҙан йөрөгән, үҫемлектәрҙе йолҡҡан. Әле үҫемлектәрҙә сыбыҡса ялғау ваҡыты. Быны баҡса хеҙмәткәрҙәре генә түгел, шулай уҡ килеүселәр ҙә белә. Улар секатор алып килә, ҡайҙа теләйҙәр шунда сыбыҡсаларҙы киҫеп алалар. Ҡайһы берәүҙәренә эш ҡоралы ла кәрәкмәй. Бөгөн бер ҡатын хоста үҫемлеген тамырҙары менән йолҡҡан һәм күп кенә үҫемлектәрҙең ботаҡтарын һындырып алған», — ти Надежда Рязанова.
Баҡса хеҙмәткәрҙәре ҡатындың ҡулынан дүрт төр рауза, ике сорт бумала баш гортензия, ағас кеүек гортензия, өс сорт яран, тис, ике төрлө артыш, биш төр туя ботаҡтарын тартып алған. Ул йәмғеһе 20 төр коллекция үҫемлегенә зыян килтергән.
Өфө Ботаник баҡсаһы федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланған биләмәләр исемлегендә тора. Унда үҫемлектәргә зыян килтереү, уларҙың өлөштәрен, шул иҫәптән орлоҡтарын йыйыу тыйыла. Был шарттарҙы боҙған кешеләргә штраф һалына.