+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июль 2019, 11:46

Республика кибеттәрендә банк картаһынан ҡулаҡса сисеп була

Әле бындай мөмкинлек республиканың Өфө, Кушнаренко, Ғафури, Белорет, Учалы һәм башҡа райондарындағы ҡасаба, ауылдарҙа булдырылған.

Әле бындай мөмкинлек республиканың Өфө, Кушнаренко, Ғафури, Белорет, Учалы һәм башҡа райондарындағы ҡасаба, ауылдарҙа булдырылған. Процедураның нескәлектәре хаҡында БСТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Иглин районындағы ял итеү базаларының береһендәге ресторан кассаһында аҡса сисеп була. Бында ғаиләһе менән ял итеүсе Азат һут һатып алды һәм картаһынан бер мең һум систе. Шарт шундай, нимәлер һатып алмай тороп, кассанан аҡса сығарып бирмәйҙәр. Яңы төр хеҙмәт турбазала ике айға яҡын эшләй. Банкомат эҙләп Нуғай ҡасабаһына ун саҡырым йөрөйһө түгел.
Ысынлап та, банк картаһында аҡса булып та эргәлә банкомат юҡ икән, алыҫҡа барырға кәрәк. Был проблема төпкөл ауылдарҙа, үҙәктән йыраҡта йәшәүселәр өсөн яҡшы таныш. «Һаҡлыҡ банкы» республикала былтыр декабрҙә ауылдарҙағы магазиндарға махсус аппараттар урынлаштыра башланы. Сервис уның ярҙамында эшләй. Картанан иң күбе биш мең һум сисергә була.
Марина Носова, ҡунаҡхана администраторы: “Яҡында ғына банкомат булмағас, күп мөрәжәғәт итәләр. Беҙ иртәнге туғыҙҙан төнгө ун икегә, бергә тиклем эшләйбеҙ, ҡулланыусылар өсөн уңайлы”.
Системала Visa һәм Mastercard карталары. Мир картаһы менән операциялар әлегә туҡтатылып торған. Кассанан аҡса алыу программаһы бәләкәй магазиндар һәм ауылдар өсөн тәғәйенләнә. Магазиндар банктан процедура өсөн комиссия ала, кире осраҡта ул сауҙа итеүселәр өсөн файҙаһыҙ булыр ине.
Вадим Штаб, «Һаҡлыҡ банкы»ның сауҙа эквайрингы бүлеге етәксеһе: “Был проект «Агент селтәре» тип атала. Ул банк филиалы йәки банкомат булмаған ауылдар өсөн. Магазиндарҙа дебет карталарынан аҡса сисеп була, кредит картаһы өсөн программа юҡ. Проект артабан да камиллаштырыласаҡ ҡулаҡса өсөн нимәлер һатып алыу кәрәкмәйәсәк”.
Яңылыҡ Рәсәй төбәктәрендә эксперимент рәүешендә үткәрелә. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, банкоматтар һаны илдә кәмеүгә табан бара. Ә ҡулаҡса менән эш итеү тотороҡло һаҡлана.
Читайте нас: