Билдәле булыуынса, 1 июлдән магазин кәштәләрендәге бөтә төр һөт продукцияһына СЗМЖ (үҫемлек майы ҡушылған), БЗМЖ (тәбиғи һөттән етештерелгән) тигән билдәләр ҡуйыла башланы. Был халыҡтың ниндәй продукттың, саф, ә ҡайһыһына пальма һәм башҡа үҫемлек майҙары ҡушылыуын белһен өсөн эшләнә. Күҙәтелеүенсә, кешеләр тәү башта ошо яҙыуҙарға күҙ һала.