+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июль 2019, 11:32

Яңы үҙәктәр асылды

Владимир Путиндың май айындағы указдарында илдең иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән милли проекттар ҡаралған.

Владимир Путиндың май айындағы указдарында илдең иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән милли проекттар ҡаралған. Мәҫәлән, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә Өфө ҡалаһының Тыныслыҡ урамында эшҡыуарҙар өсөн “Минең бизнесым” тип аталған үҙәк асылды. Унда һәр кем күп функциялы үҙәк хеҙмәттәренән файҙалана ала, шулай уҡ үҙ эшеңде асыу һәм алып барыу йәһәтенән консультация алырға мөмкин. Бында йәштәр өсөн инновацион үҙәк, бизнес-акселератор, коворкинг, технопорт, халыҡ кәсептәре, социаль эшҡыуарлыҡ үҙәктәре урынлашҡан. Быйыл Нефтекама ҡалаһында ла ошондай үҙәк асыу планлаштырыла. Унда бизнесты үҫтереү һәм ярҙам институты йыйыласаҡ.
Тәүге технопорттар – аҙ сериялы производство өсөн бәләкәй майҙансыҡтар эшләй башлаясаҡ. Өфөлә “Эшҡыуарҙар йорто” булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Унда йәштәргә инновацион ижад, инжиниринг, коллектив файҙаланыу һәм социаль эшҡыуарлыҡ үҙәктәре булдырыу күҙаллана. Һөҙөмтәлә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөғлләнеүселәр һанын ағымдағы йыл аҙағына 415 мең кешегә тиклем еткерелергә тейеш.
Фермерлыҡ менән шөғөлләнгән һәм ауыл хужалығы кооперацияһына ингән кешеләр һаны 2024 йылға 18 мең кешегә етәсәк.
Читайте нас: