+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июль 2019, 11:36

Башҡортостанда 2019 йылдың 6 айында халыҡ үлеме кәмегән

Башҡортостанда, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың тәүге алты айында халыҡ үлеменең кәмеүе күҙәтелә.

Башҡортостанда, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың тәүге алты айында халыҡ үлеменең кәмеүе күҙәтелә. Йыл башынан был күрһәткес республикала 12,2 промилле тәшкил иткән, ул былтырғынан 0,2-гә аҙыраҡ. Дөйөм үлем күрһәткесе халыҡтың уртаса йыллыҡ иҫәбенән дөйөм үлгәндәр һанының нисбәте менән иҫәпләнә. Был нисбәт 1000-гә ҡабатлана һәм промиллелә иҫәпләнә. Бөтә илдәрҙә тиерлек тыуым кимәле һәм үлем кимәле 1000 кешегә берәмектә үлсәнә.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин сираттағы «Һаулыҡ сәғәтендә» быйыл 1 598 кеше ғүмерен һаҡлап ҡалып булды тип билдәләне. Беренсе ярты йыллыҡта республикала бөтәһе 24 380 кеше үлгән.
Читайте нас: