+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июль 2019, 12:28

Владимир Путин бәләкәй бизнесты үҫтереү тураһындағы законға төҙәтмәләр индерҙе

Рәсәй Президенты сауҙа-сәнәғәт палатаһы эшенә ҡағылышлы бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү тураһындағы законға үҙгәрештәр индереүҙе хупланы.

Рәсәй Президенты сауҙа-сәнәғәт палатаһы эшенә ҡағылышлы бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү тураһындағы законға үҙгәрештәр индереүҙе хупланы.
В. Путин Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин менән эшлекле осрашыу үткәрҙе, унда бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү варианттары ҡаралды.
Катырин әйтеүенсә, сауҙа-сәнәғәт палатаһы законда ҡаралмаған.
- Рәсәй Федерацияһының “Сауҙа-сәнәғәт палатаһы тураһында” Законында беҙҙең бәләкәй бизнесҡа ярҙам инфраструктураһы булып тороуыбыҙ тураһында яҙыу бар, ә 209-сы законда ундай юл юҡ, - тине сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәксеһе.
Ул төҙәтмә индереү өҫтәмә сығымдар талап итмәүен белдерҙе.
- Был яңылыҡ бер ниндәй аҡса, дәүләттән сығымдар талап итмәйәсәк. Дәүләт иһә ошо закон ярҙамында эш итәсәк, - тине ул.
Читайте нас: