0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июль 2019, 11:33

Йәнә бензин ҡиммәтләнгән

Статистиктар Өфөләге автомобилгә яғыулыҡ ҡойоу станцияларында хаҡтарҙың сираттағы күтәрелеүен теркәгән.

Статистиктар Өфөләге автомобилгә яғыулыҡ ҡойоу станцияларында хаҡтарҙың сираттағы күтәрелеүен теркәгән.
Башҡортостанстаттың һайланма аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәренә ярашлы, дизель яғыулығының хаҡы 8 июль менән сағыштырғанда 0,1 процентҡа артҡан һәм бер литры өсөн уртаса 45,42 һум тәшкил итә.
АИ-92 һәм АИ-98 маркалы бензинға хаҡтар ошо ваҡыт эсендә шулай уҡ 0,1 процентҡа артҡан – литры өсөн 41,87 һәм 49,73 һум.
95-се бензинға ғына хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалған, автоһәүәҫкәрҙәр уның бер литрын уртаса 44,78 һумға һатып ала.
Уҙған йылдың 16 июле менән сағыштырғанда, дизель яғыулығына хаҡтар Башҡортостандың баш ҡалаһында 3,6 процентҡа артҡан, бөтә бензиндарға – 2,6-3,9 процентҡа, тип йомғаҡланы статистиктар.
Читайте нас: