+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2019, 13:24

Алимент түләмәгән өсөн иректән мәхрүм итеү

Дәүләкән районы прокуратураһы Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 157-се статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт ҡылыусы (бәлиғ булмаған балаға бер сәбәпһеҙ алимент түләмәй, бер нисә тапҡыр суд ҡарарын боҙа) - Дәүләкән районында йәшәүсегә ҡарата енәйәт эше буйынса дәүләт ғәйепләүен яҡлап сыҡты.

Ир суд ҡарары буйынса алимент түләргә тейеш була, әммә ул үҙ бурысын үтәмәй. Шул сәбәпле, РФ КоАП-ының 5.35.1-се статьяһының 1-се өлөшө (балаларҙы аҫрауға аҡса түләмәү) буйынса мәжбүри эштәргә йәлеп ителә.
Әммә ғәйепләнеүсе баланы ҡарауға ҡарата үҙенең мөнәсәбәтен үҙгәртмәй, алимент түләүҙән ситләшкән, үҙ бурысын үтәмәгән.
Судта дәүләт ғәйепләүсеһе ғәйепләнеүсегә ҡарата уны иркенән мәхрүм итеү язаһы тәҡдим итә.
Дәүләкән район суды ҡарары менән Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе ирғәйепле тип табыла, уға дүрт айға иркенән мәрхүм итеп, ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәреү тураһында яза билдәләнә.
Читайте нас: