+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2019, 11:40

Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа барған урында тауыш биреү тураһында ғаризалар ҡабул итеү башлана

Әгәр Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау көнөндә – 2019 йылдың 8 сентябрендә һайлаусы паспортында күрһәтелгән адрес буйынса теркәлгән урынында булмай икән, ул тауыш биреүҙең яңы төрөнән файҙалана ала.

Әгәр Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау көнөндә – 2019 йылдың 8 сентябрендә һайлаусы паспортында күрһәтелгән адрес буйынса теркәлгән урынында булмай икән, ул тауыш биреүҙең яңы төрөнән файҙалана ала.
Ошо айҡанлы беҙ территориаль һайлау комиссияһы рәйесе В.А. Шаровҡа һорау бирҙек.
- Билдәле булыуынса, 24 июлдә һайлау көнөндә теркәлгән урынында булмаған граждандарҙан ғаризалар ҡабул итеү башланды. Улар ҡайҙа урынлашасаҡ һәм нисек эшләйәсәк?
- Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы территориаль һайлау комиссиялары тарафынан бөтә республика буйынса һайлаусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау көнөндә барған урын буйынса исемлеккә индереү тураһында ғаризалар ҡабул итеү пункттары эшләй. Бынан тыш, бындай ғаризаны Күп функциялы үҙәктең 74 филалы һәм бүлексәләре аша, ә артабан, 28 августан – участка һайлау комиссиялары аша бирергә мөмкин.
Шуға иғтибар итегеҙ, ғаризалар Күп функциялы үҙәк филиалдарында йәки бүлексәләрендә мөрәжәғәт итеү буйынса ғына ҡабул ителә. Ул теркәлеү урынына бәйле түгел.
Бөтә кәрәкле мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында бирелгән: //bashkortostan. izbirkom.ru/
Дәүләкән районында Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау көнөндә – 2019 йылдың 8 сентябрендә барған урын буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғаризалар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Башҡортостан Республикаһы, Дәүләкән ҡалаһы, Ҡыҙыл майҙан урамы, 9. Эш ваҡыты 24 июлдән 4 сентябргә тиклем эш көндәрендә – 14 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем, ял көндәрендә иртәнге 10-дан 14.00 сәғәткә тиклем (территориаль һайлау комиссияһы); Дәүләкән ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәк филиалы: Дәүләкән ҡалаһы, Еңеү урамы, 5.
Читайте нас: