Район Мәҙәниәт йортоноң Рассвет филиалында клуб мөдирҙәре һәм художество етәкселәре өсөн күсмә семинар булды.
Филиал мөдире Людмила Егорова клуб берекмәләренең эшмәкәрлеге тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте, уларҙың ниндәй маҡсаттар ҡуйыуын белдерҙе. Һуңынан һәр клубтың хеҙмәткәре, солистар сығыш яһаны, улар филиалда ҙур эш алып барылыуын күрһәтте.
«Балалар тауышы» вокаль түңәрәге филиалда әүҙем эшләй. Был түңәрәктә ҡатнашыусы Алексия Егорова район фестивалдәренең алыштырғыһыҙ ҡатнашыусыһы, «Халыҡ ижады ынйылары» район фестиваль-конкурсы дипломанты.
Танылған «Самородки» ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле лә үҙенең ижади уңыштары менән даими ҡыуандырып тора.
Филиалдың иң кәрәкле, билдәле сараһы - Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған «Икмәк көнө» байрамы.
Бында филиал мөдире етәкселегендә өлкәндәр театры һәм фольклор (балалар һәм өлкәндәр) түңәрәге эше юғары кимәлдә ойошторолған.
Филиалдың художество етәксеһе Владимир Родин - «Дим» әҙәби берекмәһе ағзаһы, күп шиғырҙар авторы. Ул шиғри, нәфис һүҙ һәм театр (балалар) түңәрәктәрен алып бара. Район фестивалдәрендә һәм байрам концерттарында һәр ваҡыт сығыш яһай.
Семинарҙа бағыусы – шәхси эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы В.В. Дик менән тығыҙ элемтә булдырылыуы билдәләп үтелде. Ул үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашыусыларға хәрби костюмдар тегеүҙә ярҙам иткән.
Дөйөм алғанда, семинар һәр ҡатнашыусы өсөн файҙалы булды. Тәжрибә уртаҡлашып, балалар, үҫмерҙәр, йәштәр һәм өлкәндәр менән эште асыҡ күрһәтеп, филиал хужалары хеҙмәттәштәренә яңы ижади үрҙәргә өлгәшергә ынтылыуҙарын күрһәтте, яҡшы кәйеф бүләк итте. Ә улар үҙ сиратында филиал мөдире Л. Егороваға буласаҡ «Үҙ һөнәремде яратам» республика конкурсында уңыштар теләне.