+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2019, 13:19

“Мобиль һайлаусы” тураһында

Берҙәм тауыш биреү көнөндә өйҙә булмаған, республиканың башҡа ҡала йәки районында булған һайлаусылар “Мобиль һайлаусы” системаһынан файҙалана ала, ул 2018 йылдың мартында Рәсәй Президентын һайлау көнөнән бирле бөтә ил буйынса ғәмәлдә.

Берҙәм тауыш биреү көнөндә өйҙә булмаған, республиканың башҡа ҡала йәки районында булған һайлаусылар “Мобиль һайлаусы” системаһынан файҙалана ала, ул 2018 йылдың мартында Рәсәй Президентын һайлау көнөнән бирле бөтә ил буйынса ғәмәлдә. Үткән һайлау кампанияһында был система Башҡортостан парламентына эшләне.
Шулай итеп, тауыш биреү көнөндә өйҙә булмаған граждандар 24 июлдән 4 сентябргә тиклем барған урын буйынса һайлаусылар исемлегенә индереүҙәре тураһында территориаль һайлау комиссияһына йәки Күп функциялы үҙәккә, йәиһә Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша ғариза бирә ала.
28 августан 4 сентябргә тиклем бындай ғаризаны участка һайлау комиссияһына бирергә мөмкин.
Теге йәки был сәбәптәр буйынса тәҡдим ителгән варианттарҙан файҙалана алмаған һайлаусылар 5 сентябрҙән 7 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт икегә тиклем йәшәгән урын буйынса участка һайлау комиссияһына һайлаусылар исемлегенә индереүҙәрен үтенеп ғариза бирә ала.
Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа “Мобиль һайлаусы” системаһы республика территорияһында ғына ғәмәлдә, шуға 8 сентябрҙә республиканан ситтә булған кешеләр тауыш бирә алмай. Әммә ул көндө Мәскәүҙә булған граждандарға был ҡағиҙә ҡағылмай. Улар Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында үҙҙәренең һайлау участкаларынан иҫәптән төшөп, илебеҙ баш ҡалаһындағы тейешле һайлау участкаһында теркәлеп, тауыш бирә ала. Эксперимент сифатында эшләгән һанлы һайлау участкаларының тәжрибәһе һөҙөмтәле була икән, төбәктәге һайлауҙар көнөндә ниндәй ҡалала булыуҙарына ҡарамаҫтан, барлыҡ Рәсәй халҡының тауыш биреү мөмкинлеге барлыҡҡа килһен өсөн ваҡыт үтеү менән ул бөтә ил буйынса индереләсәк.
Читайте нас: