-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2019, 11:05

Рәсәйҙә электрон паспорттар ғәмәлгә инәсәк

Электрон паспорт - чиплы пластик карта. Фото, бармаҡ эҙе һәм шәхестең идентификация мәғлүмәттәре - картала кеше тураһында бөтә мәғлүмәт туплана.

Электрон паспорт - чиплы пластик карта. Фото, бармаҡ эҙе һәм шәхестең идентификация мәғлүмәттәре - картала кеше тураһында бөтә мәғлүмәт туплана. Паспорт һалым түләүсенең идентификация һандарын, мотлаҡ пенсия страховкаһын, медицина полисын берләштерәсәк.
Яңы документ водитель таныҡлығы, хеҙмәт кенәгәһен дә туплар, тигән фараз бар. Шулай уҡ ғәҙәти банк картаһын да уға бәйләп буласаҡ. Тимәк, киләсәктә эш хаҡы паспортҡа киләсәк. Һанлы форматтағы шәхес таныҡлығына ҡарата фекерҙәр бер яҡлы түгел.
Марат Рәхимҡолов, IT компания директоры: “Электрон паспорт әлегеһенә ҡарағанда ла хәүефһеҙерәк буласаҡ. Гражданин тураһында дөйөм мәғлүмәт берҙәм реестрҙа һаҡлана. Һәр ваҡыт уны тикшереп була. Тиҙлек яғынан да йәмғиәттәге әйләнештә электрон паспорт күпкә уңайлы”.
Рәсәйҙә ҡағыҙ паспорттар тапшырыу 2022 йылда тамамлана. Электрон паспорттарҙы әйләнешкә индереү пилот проекты 2020 йылда Мәскәүҙә старт ала. Тағы ла ике йылдан электрон документтар әлегә ғәҙәти ҡағыҙ өлгөләрҙе бөтөнләй ҡыҫырыҡлап сығарасаҡ.
Паспорт-карточка 10 йылға бирелә, ә ҡағыҙ документтарҙы электрон вариантҡа алыштырыу паспорт эйәләренең теләге буйынса башҡарыласаҡ. Белгестәр билдәләүенсә, электрон вариантты әҙерләү өсөн ваҡыт аҙыраҡ кәрәк. Һанлы форматтағы паспортҡа күсеү менән уны ҡабул итә алыусы терминалдар урынлаштырыу ҡарала. Яңы төр шәхес таныҡлығы әле Эстония менән Ҡаҙағстанда ғәмәлгә ингән.
Читайте нас: