Дәүләкәндә 34 йәшлек ҡатын ике дуҫын көсләүҙә ғәйепләгән. Урында йәшәүсе ҡатын хәлдән һуң бер нисә сәғәт үткәс ғариза яҙған.
«Вести-Башҡортостан» мәғлүмәттәре буйынса, ике дуҫ үҙ фатирында спиртлы эсемлек эсеп ултырған. Һуңынан уларға зыян күреүсе ҡушылған. Көсләү ҡорбаны рәнйетеүселәрен белгән һәм енәйәттең үлтереү ҡурҡынысы аҫтында эшләнеүе – уға бысаҡ менән янауҙары тураһында хәбәр иткән.
Ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлағандан һуң хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәт эше асыу тураһында ҡарар ҡабул итәсәк.