0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2019, 17:39

Республикала диспансерлаштырыуҙың берҙәм көндәре раҫланды

Башҡортостанда йәшәүселәр берҙәм көндәрҙә: шаршамбыла иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем һәм шәмбелә, иртәнге сәғәт 8-ҙән төгкө сәғәт 3-кә тиклем диспансерлаштырыу үтә ала.

Башҡортостанда йәшәүселәр берҙәм көндәрҙә: шаршамбыла иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем һәм шәмбелә, иртәнге сәғәт 8-ҙән төгкө сәғәт 3-кә тиклем диспансерлаштырыу үтә ала. Бының турала БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе.
Бынан тыш, табипҡа тиклем ҡабул итеү, кисектерһегеҙ ярҙам итеү кабинеттары, сәләмәт бала көндәре һәм медицина иҫкәртеүе блогы билдәләнде.
Быйыл 764 740 кеше медицина тикшереүе үтәсәк тип планлаштырылған.
«Башинформ» алдан хәбәр итеүенсә, 2019 йылдың тәүге яртыһында 28 817 тәүгә ауырыу осрағы асыҡланған. Тәүге урында эндокрин системаһы(25,5 процент), икенселә ҡан йөрөү системаһы (24,7 процент), өсөнсөлә бәүел һәм енес сирҙәре (9 процент) килә.
Социаль яҡтан әһәмиәтле сирҙәр араһында ҡан йөрөү системаһы ауырыуҙары 4 811 кешелә, шәкәр диабеты – 690, яман шеш – 137, туберкулез 5 кешелә табылған. Медицина тикшереүенең икенсе этабына 89 808 кеше ебәрелгән, уны 78 105 пациент үткән.
Читайте нас: