+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2019, 11:15

Сәскәле кәбеҫтә һыу, ашламалар ярата

Сәскәле кәбеҫтә үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар.

Сәскәле кәбеҫтә үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Был йәшелсә яҡты, йылы урында үҫергә ярата, төбө даими рәүештә дымлы булырға тейеш. Әсе тупраҡты үҙ итмәй. Тупраҡ составында төп ашламаларҙан – азот, фосфор, калий, микроэлементтарҙан – молебден, йод, тимер, баҡыр, кальций булмаһа, күсәнләнә алмай. Азотты күп индереү ҙә зыянлы: япраҡтары эреләнер, сәскәһе тумарланмаҫ. «Фертика Люкс», «Агрикола для капусты», «Гумат + 7» ашламаларын ун көн һайын сиратлаштырып һибеп торһағыҙ, баштары яһала башлар. Сәскәле кәбеҫтә ултыртыласаҡ урынды көҙҙән доломит оно, хлорлы калий, ағас көлө менән туҡландырығыҙ. Ҡоротҡостарҙан һаҡлау өсөн түтәл ситтәренә сельдерей, тырнаҡ гөлө (календула), бәрхәт гөлө ултыртығыҙ.
Читайте нас: