+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2019, 17:33

Социаль селтәрҙәргә реакция буйынса алдынғы һәм артта ҡалған муниципалитеттар аталды

Селтәрҙә асыҡланған кеше проблемаларына реакция кимәле буйынса Башҡортостан муниципалитеттарының сираттағы рейтингы донъя күрҙе.

Селтәрҙә асыҡланған кеше проблемаларына реакция кимәле буйынса Башҡортостан муниципалитеттарының сираттағы рейтингы донъя күрҙе. Уның «йәшел» зонаһына тик ике муниципаль берләшмә — Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары хакимиәттәре ингән. «Ҡыҙыл» өлөштә —Фёдоровка районы хакимиәте.
Был рейтинг яуап биреү тиҙлегенән түгел, ә чиновниктарҙың граждандарҙың проблемаларына әүҙем яуабынан сығып төҙөлгән. Системала потенциаль инциденттар менән миллионға яҡын текст асыҡланған, уларҙың аныҡ әйтелгән 39 784-е эшкәртелгән.
Муниципалитеттарҙың күбеһе «һары» — сик буйы зонаһында урын алған. Улар 14-тән алып 25-кә тиклем балл йыйған:
Дәүләкән, Мәләүез райондары, Өфө ҡалаһы —25-шәр балл,
Кушнарен районы — 24-шәр балл,
Әлшәй, Туймазы райондары, Күмертау ҡалаһы — 23-шәр балл,
Әбйәлил, Белорет, Буздәк, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле райондары —22-шәр балл,
Архангель, Асҡын, Балтас, Благовар, Ҡариҙел, Өфө, Шишмә, Миәкә райондары, Межгорье ҡалаһы — 21-шәр балл,
Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары, Бәләбәй, Благовещен, Дыуан, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Көйөргәҙе, Нуриман, Стәрлетамаҡ райондары— 20-шәр балл,
Баймаҡ, Баҡалы, Илеш, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондары —19-шар бал,
Октябрьский ҡалаһы, Ғафури, Дүртөйлө, Иглин, Мишкә райондары—18-шәр балл,
Учалы, Шаран райондары — 17-шәр балл,
Салауат ҡалаһы, Ауырғазы, Бөрө, Борай, Балаҡатай, Бөрйән, Мишкә, Стәрлебаш, Хәйбулла, Салауат, Йәрмәкәй райондары — 16-шар балл,
Күгәрсен районы — 15 балл,
Бишбүләк, Краснокама райондары — 14-шәр балл.
Читайте нас: