24 июлдән Башҡортостанда һайлау көнөндә — 8 сентябрҙә — теркәлеү урынынан ситкә китеүселәрҙән ғаризалар ҡабул итеү башланасаҡ. Бының турала БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко матбуғат конференцияһында белдерҙе.
24 июлдән 4 сентябргә тиклем ғаризалар барлыҡ территориаль һайлау комиссияларында һәм күп функциялы үҙәктәрҙә ҡабул ителә.
28 августан 4 сентябргә тиклем теләгән участок һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итеп була. Күрһәтелгән ваҡыт арауығында интернетта, дәүләт йәки муниципаль хеҙмәттәр порталы аша ғариза бирергә мөмкин.
Бынан тыш, 8 сентябрҙә Мәскәүҙә 30 һанлы һайлау участогы эшләйәсәк. БР граждандары илебеҙҙең баш ҡалаһында булған осраҡта улар ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы өсөн тауышын бирә аласаҡ. Бының өсөн 24 июлдән 4 сентябргә тиклем берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша Мәскәүҙәге һанлы һайлау участогы һайлаусылары исемелегенә индерергә ғариза бирергә кәрәк.
«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Башлығы вазифаһына 11 кандидаттың һигеҙе теркәлгән. Улар Радий Хәбиров («Берҙәм Рәсәй» партияһы), Иван сухарев (ЛДПР), Юрий Игнатьев («Ғәҙел Рәсәй»), Юнир Ҡотлоғужин (КПРФ), Владимир Барабаш («Гражданлыҡ көсө»), Владимир Кобзев («Рәсәй пенсионерҙары һәм социаль ғәҙеллек өсөн», Зөлфиә Ғайсина («Яблоко»), Рәфис Ҡадиров («Рәсәй патриоттары»).