Ҡала биләмәһе башлығы Вячеслав Гапоненко һүҙҙәре буйынса, элек был урын ташландыҡ хәлдә булған, йырындан бысраҡ һыуҙар аҡҡан. Урындағы халыҡ мөрәжәғәтенән һуң был йәмәғәт урынын төҙөкләндереү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Ситтән тупраҡ килтерелгән, тротуар плитәләре һалынған, эскәмйәләр һәм яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Быларҙың барыһына ла 5,8 млн һум аҡса талап ителгән. Сквер уртаһында Советтар Союзы герой Владимир Ферапонтов бюсы ҡуйыласаҡ. Ул Дәүләкәндең 2-се урта мәктәбе директоры булып эшләгән, Бөйөк Ватан һуғышында пулемет расчеты командиры вазифаһын үтәгән, 1943 йылда һәләк булған.
Радий Хәбировҡа шулай уҡ Совет урамындағы Дан аллеяһы төҙөкләндереләсәк тип белдерҙеләр. Эштәр өсөн йәмғеһе 5,7 миллион һум аҡса талап ителә. Бар финанслау «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһына ярашлы башҡарыла.