+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2019, 12:45

Дәфтәргә яҙыуҙы сикләргә

В.В. Путин мәктәптәрҙә дәфтәрҙәр ҡулланыуҙы сикләргә ҡушты

В.В. Путин мәктәптәрҙә дәфтәрҙәр ҡулланыуҙы сикләргә ҡушты
Рәсәй Президенты уҡытыу барышында дәфтәрҙәргә яҙыуҙы кәметергә кәрәклеген белдерҙе. Был ҡарар Кремлдең рәсми сайтында бирелгән. Уның һүҙҙәренсә, “Һанлы мәғариф мөхите” проекты сиктәрендә уҡытыу процесына яңы технологиялар индерелеү айҡанлы, Рәсәйҙә яйлап дәфтәр ҡулланыуҙан туҡтарға кәрәк.
Проектҡа ярашлы, 20204 йылға дөйөм белем биреү ойошмаларының 25 проценты яңы информацион технологияларҙан файҙаланырға, йәғни илдең барлыҡ мәктәптәре интернет киңлектәрендә эшләргә, шулай уҡ һанлы белем биреү үҙәге булдырылырға тейеш.
В.Путин шулай уҡ уҡыусыларҙың уҡыу әсбаптары һәм дәфтәрҙәр менән тәьмин ителеү кимәлен анализлауҙың мөһимлеген билдәләне, мохтаждарға адреслы социаль ярҙам күрһәтеләсәген әйтте.
Сығанаҡ: https://ren. tv
Читайте нас: