Президент Владимир Путин 2020 йылдың майында Еңеү байрамына сит илдән ҡунаҡтар көтә.
“Киләһе йылдың майында II донъя һуғышында фашизмды Еңеүҙең 75 йыллығын лайыҡлы билдәләү өсөн беҙ етди әҙерлек алып барабыҙ. Киң күләмдә саралар үтәсәк, уларҙа күп дәүләттәрҙең юғары вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә”, - тине ул.
Ул шулай уҡ XX быуаттың шанлы ваҡиғаһы тураһында тарихи дөрөҫлөктө һаҡлап ҡалыуҙың мөһимлеген билдәләне.
“Еңеүҙең ниндәй ҡорбандар менән яуланыуын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ул ҡурҡыныс һуғыштың һабаҡтарын һәр саҡ хәтерҙә тоторға тейешбеҙ”, - тип билдәләне Рәсәй лидеры.