+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль 2019, 12:30

Алты миллион ярым һум аҡса урлаған ҡатын ике айға СИЗОҒА ябылды

6 миллион ярым һум аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнгән ҡатын тикшереү изоляторына ебәрелде.

6 миллион ярым һум аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнгән ҡатын тикшереү изоляторына ебәрелде. Өфөнөң Калинин районы суды хөкөм ҡарары сығарылғанға тиклем Лилиә Аҙнабаева ике ай ваҡытын шунда үткәрәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кредит ойошмаһында ревизия барышында 6 миллион ярым һум аҡса етмәүе асыҡлана. Тикшереү барышында ҡырын эшкә кассир Лилиә Аҙнабаева бәйле булыуы фашлана. Яҡынса мәғлүмәт буйынса 39 йәшлек банк хеҙмәткәре миллиондарҙы бер ай дауамында алып сыҡҡан.
Дмитрий Рудзит, Башҡортостандың финанс һәм кредит ассоциацияһы ойошмаһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе: “Ышаныслылыҡ банк хеҙмәткәрҙәренең төп сифаты. Аҡсалар әйләнеше алып барылған кассала ул бигерәк тә, көслө булырға тейеш. Шуға ла, хеҙмәткәргә ышанғанда ла тикшереп тороу мөһим”.
Осраҡ буйынса енәйәт эше асылған. Лилиә Аҙнабаеваның 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Ә шул арала ҡатынды яҡындан белеүселәр уның ғәйепле булмауына ышана. Барыһы менән дә ул яҡшы мөнәсәбәттә булыуын билдәләй.
Читайте нас: