Дәүләт Думаһында был хаҡта закон проекты ҡабул ителде. Документҡа ярашлы, мохтаж ғаиләләрҙә беренсе һәм икенсе бала өсөн пособие 3 йәшкәсә түләнә. Ул төбәктәге йәшәү минимумына еткерелә. Башҡортостанда был сумма яҡынса 9 мең һум. Закон проекты Рәсәй Хөкүмәтенә тапшырылған.