Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә республикала эҫе һауа торошо торасаҡ. Йәкшәмбе һауа температураһының бер аҙ түбәнәйеүе фаразлана.
26 июлдә Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ. Ел тотороҡһоҙ талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 26-31 градус.
27 июлдә төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен. Ел көнсығыштан талғын, йәшендә көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә – 12-17 градус, таулы райондарҙа 8 градусҡа тиклем. Көндөҙ эҫе – 24-29 градус.
28 июлдә синоптиктар ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән уртаса ямғыр, айырым райондарҙа йәшен вәғәҙәләй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, йәшендә көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә – 12-17 градус, көндөҙ – 20-25.