+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2019, 16:09

Бойҙай йыя башланылар

Район хужалыҡтары иген культураларын ура башланы.

Район хужалыҡтары иген культураларын ура башланы. Ауыл хужалығы идаралығы биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 28 июлгә районда ужым культуралары тәүге мең гектарҙан йыйып алынған. Барлығы өс мең тоннанан ашыу иген һуғылған.
Ҡаҙанғол ТПХ-һы игенселәре ураҡты йылдам башлап ебәрҙе. Бында 700 гектарҙан ашыу майҙандан ике мең тонна ашлыҡ йыйып алынған. Яуаплылығы сикләнгән Восход ойошмаһы комбайнерҙары һәм водителдәре лә етештерүсәнле эшләй. Был хужалыҡта өс йөҙ гектарҙан 600 тоннанан ашыу ужым бойҙайы һуғылған. Гектар көсө 28 центнер тәшкил итә.
Шәхси эшҡыуарҙар В.Б.Рихтер, С.Б. Рихтер, Р.Ш. Хөснөтдинов һәм С.А. Сидоров етәкселегендәге крәҫтиән-фермер хужалыҡтары эшсәндәре лә ужым баҫыуҙарында эш башланы.
Читайте нас: