Бөтөн Рәсәй Йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге Рәсәй сәйәсмәндәренә, дәүләт институттарына һәм партияларға ышаныс рейтингының яңы күрһәткестәрен халыҡҡа еткерҙе.
Социологтарҙың Рәсәй Президенты Владимир Путинға ышаныс тураһындағы һорауына граждандарҙың 73 проценты ыңғай яуап биргән. Был 2019 йылдың июнь башындағы күрһәткестән ике процент самаһы күберәк.
Эксперттар белдереүенсә, 15 июлдән 21 июлгә тиклемге осорҙа Рәсәй Президенты эшмәкәрлеген хуплау кимәленең уртаса күрһәткесе 65,2 процентҡа еткән.