+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2019, 17:28

Республикала ваҡлап һатыуҙа уртаса эш хаҡы - 26 мең һум

Башҡортостанда ваҡлап һатыу хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы аталды.

Башҡортостанда ваҡлап һатыу хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы аталды. HeadHunter рекрутинг порталы мәғлүмәттәре буйынса, тәүге ярты йыллыҡта ретейлерҙар унда 7 мең самаһы вакансия урынлаштырған. Осраҡтарҙың яртыһында эш биреүселәр хеҙмәткәрҙе тәжрибәһеҙ ҙә алырға риза.
Тәҡдимдәрҙең өстән ике өлөшө тап һатыусыларға ҡағыла, шулай уҡ транспорт һәм логистика өлкәләренән дәғүә итеүселәр (10%), эшсе персонал (6%), бухгалтерҙар һәм финансистар (6%), производственниктар (5%) төбәктең сауҙа компанияларында һорау менән файҙаланған.
«Люди в цифрах» проекты аналитикаһы буйынса, 2019 йылда Башҡортостанда ваҡлап сауҙа итеү тармағында тәҡдим ителгән уртаса килем 26 мең һум тәшкил итә. Кассирҙарға тәҡдим ителгән уртаса хеҙмәт хаҡы — 19 мең һум, һатыусыларға — 21 мең, мерчендайзерҙарға — 20 мең, келәттә эшләүселәргә — 27,5 мең, водителдәргә — 30 мең, маркетологтарға — 35 мең, программистарға — 70 мең һум.
Читайте нас: