+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2019, 17:33

Республикалағы иң тәмле ҡымыҙ Әлшәй районында етештерелә

Уҙған ял көндәрендә Өфөлә ҡымыҙ бешеүселәр араһында “Йәйләү” фестивале үтте.

Уҙған ял көндәрендә Өфөлә ҡымыҙ бешеүселәр араһында “Йәйләү” фестивале үтте. Унда Башҡортостандың байтаҡ төбәктәренән ҡатнашыусылар булды. Әлшәй районынан Әлфиә Ғәниева крәҫтиән-фермер хужалығы тота. Баһалама ағзалары ул етештергән ҡымыҙҙы иң яҡшыһы тип билдәләне.
Рәсәйҙәге ҡымыҙҙың яртыһы Башҡортостанда бешелә. Был эсемлекте етештереү буйынса республика беренсе урында тора. Ә йылҡы малы иҫәбе буйынса беҙ икенсе урында.
Читайте нас: