+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2019, 19:04

Төбәктә ҡырау төшөүе көтөлә

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 29 июлдә киске сәғәт 8-ҙән 30 июлдә киске 8-гә тиклем аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 29 июлдә киске сәғәт 8-ҙән 30 июлдә киске 8-гә тиклем аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көнбайыштан – секундына 5-10 метр.
Һауа температураһы төндә – 5-10 градус, аяҙытҡанда урыны менән еңелсә ҡырау төшә, һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0 градус, тип иҫкәрттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында.
Көндөҙ йылыраҡ – 13-18 градус, көньяҡ-көнсығыш буйынса 23.
Шул арала, төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында иҫкәртеүҙәренсә, ҡырау ауыл хужалығы үҫемлектәре өсөн хәүеф тыуҙыра. Шуға үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн уларҙы ябырға кәрәк.
Тәбиғәттә ял итеүселәргә лә һауа торошон иҫәпкә алырға кәрәк. Өҫ кейеме һауа шарттарына тап килергә тейеш.
Бынан тыш, һауа температураһы түбәнәйеү сәбәпле янғын хәүефһеҙлеге сараларын көсәйтергә кәрәк. Һауа температураһы түбәнәйгән осорҙа электр һәм мейес ҡоролмаларын тейешле ҡулланмау менән бәйле янғын һанының артыуы теркәлә, шуға улар менән файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫтә тоторға кәңәш ителә.
Читайте нас: