Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары милли проекты Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин башланғысындағы мөһим проекттарҙың береһе булып тора.
Ошо йүнәлеште үҫтереүгә Башҡортостанда 33,5 миллиард һум аҡса кәрәк буласаҡ. Уларҙың 9,4 миллиарды федераль бюджеттан бүленә, ҡалған сумма республика ҡаҙнаһынан тотоноласаҡ. Милли проект сиктәрендә Башҡортостанда юл эшмәкәрлеге программаһы тип аталған төбәк проекты ла ҡаралған.
2019 йылда юл ремонтлауға 5,2 миллиард һум йүнәлтелә. Атап әйткәндә, Өфөлә Ағиҙелдең яр буйын реконструкциялау һәм Тимашевка юл сатын төҙөү, шулай уҡ Өфөлә – 275 км һәм Стәрлетамаҡта 226 км юлдар ремонтлау күҙҙә тотола. Бынан тыш, яңыраҡ Өфөнөң көньяғында Ағиҙел йылғаһы аша 3,5 миллиард һумлыҡ яңы күпер төҙөлә башланы.