+9 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2019, 12:22

Журналистарға Башҡортостандың туристик мөмкинлектәрен күрһәттеләр

Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Тауһеңер ауылында журналистарҙың «Журфест» фестивале уҙҙы.

Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Тауһеңер ауылында журналистарҙың «Журфест» фестивале уҙҙы.
Быйыл ул «Үҙ республикаңды бел!» девизы аҫтында ойошторолдо. Башҡорт, татар, рус, сыуаш, мордва ихаталарында милли кейемдәге ҡыҙҙар ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең традицион аш-һыуы, шул иҫәптән талҡан, ҡурмас, ҡорот кеүек боронғо ризыҡтар менән һыйланы. Теләге булғандар буҙа ҡойорға өйрәнде.
Ҡунаҡтар һыбай йөрөү оҫталарының сығыштарын ҡарай һәм «Мәргән уҡсы» ярышында үҙ көсөн һынап ҡарай алды.
Фестивалгә ошо көндәрҙә уҙғарылған Журналистар инфофорумы спикерҙары ла килгәйне. Улар күргәндәренән яҡшы тәьҫораттар алды. «Ведомости» гәзитенең «Карьера и менеджмент» рубрикаһы мөхәррире Юлиана Петрова әйтеүенсә, Башҡортостанда ҡыҙыҡлы нәмәләр бик күп, туризмды үҫтереү идеялары бихисап, ләкин Мәскәүҙә Башҡортостан, Өфө тураһында әлегә бик аҙ беләләр.
Фестивалдең матбуғат үҙәгендә журналистар һәм «Башнефть-розница» компанияһы топ-менеджменты эске туризмды үҫтереүгә туранан-тура бәйле булмаған темалар хаҡында әүҙем фекер алышты. Улар – заправка станцияларын юл йөрөүселәр өсөн уңайлыҡтар һәм өҫтәмә сервистар менән йыһазландырыу, һәм, әлбиттә, журналистарҙы компанияның хаҡ сәйәсәте ҡыҙыҡһындырҙы. Бындай осрашыуҙар бер-береңде яҡшыраҡ аңларға, журналистарҙың яңылыҡтарҙы дөрөҫөрәк һәм аңлыраҡ яҡтыртыуына булышлыҡ итә.
Читайте нас: