Дәүләт Йыйылышы депутаттары ҡабул иткән «Башҡортостан Республикаһында ауыл старосталары тураһында» закон үҙ көсөнә инде.
Шуға ярашлы, старосталарҙы биләмәләрҙең йәки ҡала советтарының (тораҡ пункт ҡала составына ингән осраҡта) вәкәләтле органдары тәғәйенләргә тейеш. Ауыл старосталары вәкәләттәре ваҡыты - икенән биш йылға тиклем.
«Ауыл старосталары институтының тамырҙары алыҫ үткәндәргә барып тоташа. Ул илебеҙҙең төрлө халыҡтарында элек-электән булған, республикала йәшәүселәргә яҡшы аңлашыла, – тип билдәләне Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. – Беҙ старосталарҙы урындағы үҙидара органдарының беренсе ярҙамсылары булараҡ ҡарайбыҙ. Ауылда йәшәүселәр араһында йәмғиәт өсөн әһәмиәтле, мәҫәлән, тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү, йәмәғәт тәртибен һаҡлау, физик культураны, художестволы ижадты, халыҡ кәсептәрен үҫтереү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә теләгән һәм үҙ өҫтөнә алырға әҙер булған әүҙем кешеләр бар. Элек әүҙемселәрҙең тейешле вәкәләттәре булмауы сәбәпле, ошондай мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бәйле ҡатмарлыҡтар була торғайны. Ауыл старостаһы статусы был проблеманы юҡҡа сығара».
Константин Толкачев законда старосталарҙы уҡытыу, шулай уҡ иң яҡшы старосталарҙы асыҡлау буйынса республика һәм муниципаль конкурстарын ойоштороу сараларын уҙғарыу ҡаралғанын билдәләне.
«Старосталарҙың үҙ бурыстарын йәмәғәт башланғысында йәғни бының өсөн аҡса алмайынса тормошҡа ашырасағын иҫәпкә алып, старосталарҙы дәртләндереү маҡсатында конкурстар һәм башҡа саралар үткәреү айырыуса көнүҙәк», – тип иҫәпләй Дәүләт Йыйылышы рәйесе.
Старосталар граждандар сходы тәҡдиме менән тәғәйенләнә. Документта шулай уҡ ауыл старостаһы булырға теләгән кешеләргә талаптар, старосталарҙың вәкәләттәре яҙылған.