Теләге булған һәм хәленән килгән һәр кем беренсе сентябрҙә мәктәпкә барасаҡ уҡыусыға ярҙам итә ала. Акция ишле, имен булмаған, ауыр тормош хәлендәге ғаиләләрҙең балаларына тәғәйенләнә. Был көндәрҙә мәрхәмәтлек марафоны барлыҡ райондарҙа ла башланып тора, уға предприятие-ойошмаларҙы, эшҡыуарҙарҙы, битараф булмаған һәр кемде ҡушылырға саҡыралар.