+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2019, 13:45

Республика мәктәптәренә сит тел, математика, рус теле, физика, химия һәм биология уҡытыусылары етешмәй

Был проблема бигерәк тә Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Благовещен һәм Стәрлетамаҡ райондарында киҫкен.

Был проблема бигерәк тә Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Благовещен һәм Стәрлетамаҡ райондарында киҫкен. Кадрҙарға ҡытлыҡ артасаҡ ҡына, ти белгестәр. Был уҡыусылар һаны күбәйеү менән аңлатыла. Башҡортостан Хөкүмәте педагогтарҙы дәртләндереү өсөн йыл һайын 600 мең һумлыҡ йөҙ грант бүлә.
“Ошондай хуплау сараһы йәш уҡытыусыларҙы ауыл мәктәптәренә йәлеп итеү йәһәтенән файҙалы булыр”, тигән фекерҙә мәғариф хеҙмәткәрҙәре. Башҡортостан статистика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 30 мең һум.
Читайте нас: