Үҙәк хәрби округының Екатеринбург гарнизоны частарының береһендә Башҡортостан хәрбиҙәре менән бәхетһеҙ осраҡ булған, тип хәбәр итә РИА-Новости. Өфө районынан хеҙмәткә саҡырылған 20 йәшлек һалдат Илдар Сиразев полигонда планға ярашлы күнекмәләр ваҡытында электр тогынан һуғылып һәләк булған.
«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель-электрик полигонда планға ярашлы күнекмәләр барышында махсус хәрби техниканы файҙаланғанда хәүефһеҙлек талаптарын боҙоу һөҙөмтәһендә электр тогынан һуғылған», — тиелә гарнизон командованиеһының рәсми белдереүендә.
Әле һалдаттың үлем осрағы буйынса тикшереү бара.
Ошо көндәрҙә Bash.News егетте тыуған яғында – Өфө районында ерләүҙәре тураһында хәбәр итте. Кәүҙәһен офицерҙар алып ҡайтҡан.