+11 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Июль 2019, 12:35

Өфөлә Ҡорбан байрамын ҡайҙа һәм нисек билдәләйҙәр

Ҡорбан байрамы – мосолман календарында төп һәм әһәмиәтле байрам. Ул Ураҙа ғәйетенән һуң 70 көн үткәс билдәләнә.

Ҡорбан байрамы – мосолман календарында төп һәм әһәмиәтле байрам. Ул Ураҙа ғәйетенән һуң 70 көн үткәс билдәләнә.
2019 йылда байрам 11 авгусҡа тура килә. Ҡорбан байрамы йәкшәмбегә тура килгәс, Башҡортостанда дүшәмбе – 12 август ял көнө тип иғлан ителгән.
Мэрияла белдереүҙәренсә, Өфөлә Ҡорбан байрамында дини йолаларҙы башҡарыу өсөн ике махсус майҙансыҡ ойоштороу күҙаллана. Береһе – «Карауан» сауҙа үҙәге алдында (Пригородная урамы, 55), ул Зинин ҡасабаһы янында урынлашҡан, ә икенсеһе – Орджоникидзе районында Төньяҡ автовокзал биләмәһендә.
«Бындай ҡарар дөйөм махсус майҙансыҡ ойоштороуҙың ыңғай һөҙөмтәһен, шулай уҡ ҡаланың төньяҡ өлөшөндә йәшәүселәрҙең майҙансыҡты Черниковка һәм Инорс биҫтәләренә яҡыныраҡ булдырыу теләген иҫәпкә алып ҡабул ителде – 2018 йылда «Карауан» сауҙа үҙәге алдында тәүгә йолалар өсөн берҙәм майҙансыҡ эшләне», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ҡала хакимиәтендә.
Өфө ҡалаһы мәсеттәре һәм мосолман ойошмалары был йоланы Ислам ҡанундарына ярашлы башҡарасаҡ, ә ҡаланың һәм республиканың ветеринария хеҙмәте ошо майҙансыҡҡа ниндәйҙер сир билдәләре булған ҡорбан малдарының эләгеүенә юл ҡуймаясаҡ.
Байрам вәғәзе тамамланғас, «Ватан» этно-паркы биләмәһендә һәм «Башҡортостан» лайфстайл үҙәге алдында «Ферзь» эшлекле клубы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы «Ҡорбан Хәләл Fest» байрамын үткәрә. Фестиваль программаһында төрлө саралар – көрәш буйынса спорт ярыштары, байрам концерты һәм былау менән һыйлау ҡаралған.
Йәмәғәт тәртибен һаҡлау өсөн байрам саралы уҙғарылған урындарҙа хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге вәкилдәре эшләй.
Читайте нас: