+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Июль 2019, 12:18

Игорь Артемьев менән осрашыу

Рәсәй Президенты Владимир Путин Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе Игорь Артемьев менән осрашыу үткәрҙе, уның барышында торлаҡ-коммуналь түләүҙәренең самаһыҙ артыуы проблемаһын да күтәрҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе Игорь Артемьев менән осрашыу үткәрҙе, уның барышында торлаҡ-коммуналь түләүҙәренең самаһыҙ артыуы проблемаһын да күтәрҙе.
“Беҙҙең граждандар Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә нигеҙһеҙ үҫкән тарифтарға даими иғтибар итә. Был мәсьәлә һәр йәһәттән хәл ителгән булһа, кешеләр “тура бәйләнеш”кә шылтыратып, зарланмаҫ ине”, – тип белдергән дәүләт етәксеһе осрашыу барышында.
Игорь Артемьев был проблеманы ҡануниәттең камил булмауы менән бәйләй. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, торлаҡ-коммуналь тармаҡҡа бәйле закондарҙың бәғзеләре үткән быуаттың 90-сы йылдарында уҡ ҡабул ителгән, уларҙы камиллаштырыу иһә күптән түгел тамамланған. Дөйөм алғанда, тарифтарҙың үҫеүенә бәйле хәл ил буйынса контролдә тотола, әммә айырым осраҡтар килеп сығып тора.
Читайте нас: