Синоптиктар Башҡортостанға ҡасан йәйге йылы ҡайтасағын хәбәр итте.
Һауа торошо ял көндәренә яҡшыра, әммә ныҡ түгел, тип мәғлүмәт еткерә Башнидромет. Ямғыр йышлығы кәмей, һауа температураһы көндөҙ болоттар таралғанда +15,+20 градусҡа тиклем күтәрелә.
Алдағы көндәрҙә төбәктә йонсоу һауа торошо көтөлә, көньяҡ-көнбайыштан килгән әүҙем циклон уға сәбәпсе булып тора. 1 һәм 2 августа урыны менән көслө ямғыр яуа, ҡайһы бер райондарҙа йәшен була. Циклондың арт яғында төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш еле көсәйгәндә секундына 17-22 метрға етә. Һауа температураһы көндөҙ 11-17 градустан артмай.
Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, августың тәүге декадаһында Башҡортостанда уртаса тәүлек һауа температураһының норманан 4-6 градусҡа түбән булыуы көтөлә.