Бөгөндән эшләп йөрөгән пенсионерҙарға түләү арта. Был сумма эш биреүселәр былтыр түләгән страховка иғәнәләренә бәйле була.
Табиптар эшенә ҡамасаулаған өсөн енәйәт яуаплылығы ҡарала. 6 августан ошондай закон көсөнә инә. Ашығыс медицина ярҙамы машинаһын үткәрмәгән өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм итеүҙәре мөмкин. Табип эшенә ҡамасаулаған сәбәпле пациент һаулығы зыян килтерелһә, иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Бөгөндән ауыр финанс хәлдә ҡалыусыларға “ипотека каникулдары” алыу мөмкинлеге бирелә. Уның менән бер тапҡыр ғына файҙаланырға була. Кредит алыусының бер генә фатиры булыуы шарт. Тиҫтәләрсә миллиондарға йорт һатып алыусылар каникулдар менән файҙалана алмай. Законға ярашлы, "ипотека каникулдары" 6 айға тиклем оҙайтыла. Клиент һорауы буйынса, кредит түләүҙе кисектерергә, йәки ай һайын индерелгән иғәнәне кәметергә мөмкин.
Сит илдән емеш-еләк йәки гөл-сәскә индереүселәргә тәртип үҙгәрә. Фитосанитар сертификаттары булмаған осраҡта, бер кешегә 5 килограмға тиклем йәшелсә-емеш йәки өс сәскә гөлләмәһе генә индерергә рөхсәт ителә.