+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Август 2019, 16:48

"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашығыҙ!

Республикала “Айыҡ ауыл” конкурсына старт бирелде.

Республикала “Айыҡ ауыл” конкурсына старт бирелде.
Ойошма етәксеһе билдәләүенсә, сараға айыҡ йәшәү рәүеше өлгөһөн күрһәткән чиновниктарҙы, журналистарҙы, сәнғәт оҫталарын йәлеп итеү күҙаллана. Шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары аша ныҡлы пропаганда алып барыу планлаштырыла.
Конкурс ике этапта үтә. Беренсеһе райондар араһында июль уртаһынан 30 ноябргә тиклем барасаҡ. Унда барлыҡ ауылдар ҡатнаша ала. Икенсеһендә, республика этабында, муниципаль райондар еңеүселәре һынау тота, ул 1 декабрҙә башлана.
Еңеүселәр республика Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премия (маҡсатлы) менән бүләкләнәсәк: беренсе урынға – 500 мең, икенсегә – 250 мең, өсөнсөгә – 150 мең һум.
Бынан тыш, финалға сыҡҡан ун ауылға 30-ар мең һум матди ярҙам аласаҡ. Шулай уҡ ойоштороу комитеты айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалаған район хакимиәте, ауыл биләмәһе етәкселәре, мәктәп диреторҙары, уҡытыусылар, журналистар, пенсионерҙар, мәҙәниәт, спорт эшмәкәрҙәре һ.б. араһында 20 әүҙемсене билдәләйәсәк, уларға Хөкүмәт дипломдары, 10-ар мең һум премия биреләсәк.
Конкурста ҡатнашыу өсөн заявканы [email protected] электрон адресы буйынса бирергә мөмкин. Барлыҡ шарттар менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтында танышырға була.
Конкурсты ойоштороусылар булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, муниципаль райондарҙың хакимиәттәре, ғаилә һәм хеҙмәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы сығыш яһай.
Конкурс барышын яҡтыртыусы барлыҡ мәғлүмәт #трезвоесело2019, йәки #айыҡауыл2019 хештегтары менән социаль селтәрҙәргә ҡуйыласаҡ.
Дәүләкән районының барлыҡ ауыл биләмәләре шулай уҡ республика бәйгеһенә ҡушыла.
Читайте нас: